+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
4 Ғинуар 2022, 13:05

Уттан һаҡ булығыҙ!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғаты хәбәр итеүенсә, кисә, 3 ғинуар көндө, Иглин ҡасабаһында янғын сығып, 11 йәшлек бала ҡаза күргән.

Уттан һаҡ булығыҙ!
Уттан һаҡ булығыҙ!

Янғын Мелиораторҙар урамындағы 30-сы йортта була. Янғын һүндереүселәр килгәнсе күршелә йәшәүселәр малайҙы уттан сығарып өлгөрә. Ул йортта яңғыҙы ғына ҡалған булған. Тәне бешеп, йәрәхәтләнгән бала Өфөнөң 18-се дауаханаһына оҙатылған.

Ут сыҡҡан йортта әсәй кеше 3 улы менән йәшәгән. Янғын тулыһынса һүндерелгән, уның сәбәптәре асыҡлана.

Фото: https://yandex.ru/images/search

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: