+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
12 Июль 2022, 15:45

Ярай әле барыһы ла иҫән-имен

Был фажиғә кисә Салауат районының Малаяҙ ауылында теркәлгән. Ут мансарданан башланған.

Ярай әле барыһы ла иҫән-имен
Ярай әле барыһы ла иҫән-имен

Ә өйҙә балалар була. Бәхеткә күрә, ҡаза күреүселәр юҡ, барыһы ла иҫән-имен. 

Янғын һүндереүселәрҙең тиҙ  арала килеп етеүҙәре йортто һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән. Ә бына мансардаһы наҡ зыян күргән. Янғындың сәбәптәре асыҡлана.

Әлеге эҫе көндәрҙә уттың яҡын ғына ултырған күрше йорттарға ла күсеүе ихтимал бит. Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, тиҙәр. Бындай ҡазаларҙан Хоҙай үҙе аралаһын. Ә беҙ хәүефһеҙлек сараларын онотмайыҡ!Һаҡ булайыҡ!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: