Бала бишенсе ҡаттағы фатирҙың тәҙрәһенән ҡолап төшкән. Уны тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатҡандар.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, сабый фатирҙа яңғыҙы ғына булмаған, асыҡ ҡалған тәҙрәнең москит сеткаһына таяныуы - фажиғәнең сәбәбе, тип иҫәпләйҙәр.
Бындай бәхетһеҙ осраҡтар республикабыҙҙа әленән-әле теркәлеп тора. Баш ҡалабыҙҙа ғына йәй башынан 13 бала асыҡ тәҙрәнән осоп төшкән, шуларҙың икәүһенең ғүмере өҙөлгән.
Фото: dache.pro