– Яңы йыл алдынан изге йола буйынса үҙ-ара аңлашып йәшәгән, бер-береһе хаҡында хәстәрлек күргән, ихтирам менән ҡараған республикабыҙҙың матур һәм ныҡлы ғаиләләре менән осрашабыҙ. Һеҙ ғаилә традицияларын, тәрбиәһен, яуаплы ата-әсәйҙәрҙе үҙ миҫалығыҙҙа күрһәтәһегеҙ. Бының өсөн һеҙгә бик рәхмәтлебеҙ, – тип сәләмләне Ленара Иванова.
Быйыл «Йыл ғаиләһе» конкурсында Башҡортостандың 32 район-ҡалаһынан 87 ғаилә ҡатнашҡан.
Байрамға саҡырылыусы балалар өсөн әкиәт геройҙары ҡатнашлығында Яңы йыл тамашаһы ойошторолдо. Бергәләп сәй эскәндә һәр береһе үҙ ғаиләһенең йолалары, ҡыҙыҡһыныуҙары, киләсәккә пландары хаҡында һөйләне.
Унан һуң бүләкләү тантанаһы ла үтте: таныҡлыҡтар, дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. «Родина» кинотеатрында Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» фильмын ҡарау ҙа бик мауыҡтырғыс булды.
Фото: «Башинформ».