+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Июнь 2022, 16:00

Бәхетлемен

Туймазы районы Өйәҙетамаҡ мәктәбенең VI cиныф уҡыусыһы  Арина  Мәрҙәншина атаһы тураһында яҙып ебәргән.

Бәхетлемен
Бәхетлемен

Ул:“Мин үҙемде бик бәхетле һанайым. Сөнки һулар һауам, эсәр һыуым, иң яҡын кешеләрем – туғандарым, атай-әсәйем һәм ағайҙарым бар.

Ауылымдың тәбиғәте бик матур. Атайым Чечняла хеҙмәт иткән. Әлеге көндә Себерҙә эшләй. Ул бик тырыш, һәр эште еренә еткереп башҡара. Беҙҙе лә шулай өйрәтә.  Ғаиләбеҙҙе  бик яратам. Бар туғандарыма ла һаулыҡ теләйем”, – тип хатын тамамлай.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: