+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
8 Август , 20:32

Йәдкәр

Һәр бер ғаиләлә ҡәҙерләп һаҡлана торған иҫтәлекле әйбер була.

Йәдкәр
Йәдкәр

Кемдер туғандарының фотоһын өй түренә элеп ҡуя, һәр килгән кешегә улар тураһында һөйләргә ярата. Кемдер, атайым үҫтергән баҡса, ҡорған нигеҙ, тип тыуған еренән күсеп китә алмай. Берәүгә – олатаһынан ҡалған балта-бысҡы, икенсеһенә – һауыт-һаба, өсөнсөһөнә ишек башындағы доға ҡәҙерле. Кем өсөндөр үҙ йорто ла иҫтәлектәрҙән генә тора.
Минең өләсәйем балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең үҙ-ара туғанлыҡ ептәре ныҡлығы өсөн һәр саҡ борсолоп йәшәне. Ҡайһы ваҡыт, бергә ҡунаҡҡа ҡайтып төшһәк, ул беҙҙе үҙ эргәһенә йыйып берәр яулыҡ таратып сыға ине:
– Мин үлгәс, иҫтәлегем итеп һаҡларһығыҙ...
Икенсе килгәндә тағы ла берешәр яулыҡ тапшыра:
– Китеп барһам, төҫөм булыр…
Шулай йыл һайын иҫтәлеккә бер яулыҡ алабыҙ. Уларҙы тарата башлағанда, өләсәйем әсәйем йәшенә лә етмәгән булған.
Шулай бер саҡ, үҙҙәрендә ҡунаҡта булғанда, серле тауыш менән:
– Йәш саҡтарымды күҙ алдыңа килтерерһең, бик ҡәҙерле нәмәләр­ҙе һиңә ҡалдырайым әле, ҡыҙым, – тине ул һәм соландан кескенә сумаҙан күтәреп инде.
Ә унда!.. Сигеүле күкрәксәләр, түшелдеректәр, суҡлы һөлгөләр... Өләсәйем шуларҙың һәр береһенән, тарихтарын һөйләй-һөйләй, миңә өлөш сығарҙы. Шунда әсәйемдең бала саҡтағы аҡ шәле лә һаҡланған икән.
Был ҡәҙерле бүләктәрҙе мин кеймәйем, һандыҡ төбөндә һаҡлайым: туҙҙыраһым, әрәм-шәрәм иткем килмәй уларҙы. Суҡлы һөлгөгә лә битемде һөртмәйем. Өләсәйем ҡулдарының йылыһы әллә нисә быуындарға барып етеүен теләйем. Бары тик әсәйемдең затлы аҡ яулығын ғына ябынмай түҙә алманым. Бигерәк тә матур, бигерәк тә еңел ул! Унда өләсәйемдең күҙҙәренән тамған һөйөү йәше лә, әсәйемдең бармаҡтарының эҙҙәре лә һаҡлана кеүек... Бына ошондай йәдкәр бар миндә.


Ирина ҒИЛМАНОВА.
Краснокама районы, Яңы Аҡтанышбаш ауылындағы Хәнәфи Нурғәлиев исемендәге мәктәп.

 

ФОТО: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: