+14 °С
Ясно
VKOKTelegram
Ғаилә усағы
20 Декабря 2024, 10:00

Атайҙары – малайҙарға үрнәк

Республикабыҙҙа матур, ишле ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе менән социаль селтәрҙәрҙәге ҡыҙыҡлы вайндары аша таныштыҡ.

Атайҙары –  малайҙарға үрнәкАтайҙары –  малайҙарға үрнәк
Атайҙары – малайҙарға үрнәк

 Ғаилә йылында «Бәйләнештә» селтәрендә «Ауылдың ҙур ғаиләһе» тигән төркөм асып, күңелде күтәрерлек вайндар төшөрөп һала башлағандар. Татыу, эшһөйәр, юморға бай ғаилә икәнлектәре күренеп тора. Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан Фәхретдиновтар тураһында һүҙебеҙ.
Биш ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә Гөлдәр Ғәйсәр ҡыҙы менән Илһам Әсҡәт улы. Өлкән улдары Илнар – атаһының уң ҡулы. Техника ене ҡағылған уға, трактор, машиналарҙы йүнәтергә оҫта.

Аделина – VIII, Ислам – IV, Илмир II синыфта уҡый. Радмирға – 6 йәш, ә кескәй Самирға 1 йәш тә 3 ай була. Аделина матур йырлай. Зәки Мәхмүтов призына үткән конкурста II урын яулаған. Төрлө сараларҙа сығыш яһай. Ислам көрәшкә йөрөй, ярышта ҡатнашып, III урын алған. Малайҙар мәсеткә лә барырға ярата, ғәрәпсә яҙырға өйрәнәләр.

Ҙур ғаиләлә балалар бәләкәйҙән хеҙмәт яратып үҫә. Атайҙары ла, әсәйҙәре лә ниндәй эшкә тотонһалар ҙа, хуплап, дәртләндереп тора. Исламға ат та алып биргәндәр. Ҡура тулы мал, уларға күмәкләп бесән әҙерләйҙәр, ҡарайҙар. Һыйыр, быҙауҙар, хатта кәзәләре лә бар. Тулы ҡанлы ауыл тормошо менән йәшәй Фәхретдиновтар. Шуға вайндары ла ҡыҙыҡлы, халыҡ яратып ҡарай. Хатта Мәскәүҙән дә ҡыҙыҡһынып, йылды йомғаҡлау сараһына саҡырғандар.
Атайҙары – малайҙарға үрнәк. Шәп балта оҫтаһы, иретеп йәбештереүсе ул. Сәнғәткә лә ваҡыт бүлә, ҡурайҙа, гармунда уйнай. Аделина ла атаһы яғынан олатаһы менән өләсәһенә оҡшап, йыр-моң ярата.

– Мин өйҙә балалар тәрбиәләйем. Ҡыҙыбыҙ берәү генә булғас, ҡатын-ҡыҙҙар эшендә ул ярҙам итә. Бәләкәйҙән һыйыр һауырға ла өйрәнде, икмәк тә бешерә. Яратҡан ризыҡтарыбыҙ ˗ өсбосмаҡ, бөйөрөк, манты, киҫелгән туҡмаслы итле аш. Ихлас күңелле, шаяндар беҙ барыбыҙ ҙа. Бөтәбеҙ – бер тулҡында, шуғалыр ҙа күрше-тирә балалары ла беҙгә йыш килә, – ти Гөлдәр Ғәйсәр ҡыҙы.

Татыу ғаилә Яңы йыл байрамына йыл да шыршы ултырта. Атай кеше Ҡыш бабай булып кейенеп, балаларға бүләктәр тарата. Кескәйҙәр уны танымай ҙа ҡала хатта, тылсымға ышаналар. Шундай дәртлеләр, ихластар Фәхретдиновтар! Һәр ғаилә үҙенә күрә бәләкәй генә бер дәүләт инде. Уның үҙ ҡанундары, үҙ ҡағиҙәләре бар. Иң мөһим бурыстары – балаларын киләсәк ҙур тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ, һөнәрле, иманлы итеп үҫтереү.

Фото ғаилә архивынан алынды.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас