+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
22 Октябрь 2021, 12:40

Кетчуп

Бөгөн кетчуп – донъялағы иң популяр соустарҙың береһе.

Кетчуп
Кетчуп

Уны төрлө ризыҡ­ҡа ҡушырға мөмкин. Тәжрибәле ашнаҡсылар әйтеүенсә, өйҙә әҙерләнгәне магазинда һатылғанына ҡарағанда күпкә тәмлерәк тә, файҙалыраҡ та. Әйҙә, беҙ ҙә уны үҙебеҙ эшләп ҡарайыҡ. Хәҙер баҡсалағы помидорҙың да ҡып-ҡыҙыл булып өлгөргән сағы. Төрлө тәмләткестәр, үләндәр, туралған йәшелсә ҡу­шып, үҙенсәлекле итеп әҙерләргә мөмкин. Теләк һәм ваҡыт ҡына кәрәк. Әллә ни ауырлығы юҡ.

Кетчуп өсөн 5 литрлыҡ биҙрә тулы өлгөргән помидор, бер стакан шәкәр ҡомо, 1,5 – 2 аш ҡалағы тоҙ, 9 процентлы бер аш ҡалағы һеркә, ике баш һарымһаҡ, 0,5 – 1 ҡалаҡ ҡара борос, яртышар ҡалаҡ төйөлгән ҡәнәфер һәм дәрсен кәрәк буласаҡ.
Помидорҙарҙы йыуып, дүрт өлөшкә бүлегеҙ ҙә ҡалын төплө кәстрүлгә һалып, йомшарғансы 15 – 20 минут ҡайнатығыҙ. Әҙерәк һыуынғас, иләк аша үткәрегеҙ. Килеп сыҡҡан массаны һүрән генә утта ҡуйырғансы 1 – 1,5 сәғәт ҡайнатырға кәрәк. Шунан тәмләткестәрҙе, шәкәр ҡомон һалып тағы 10 минут утта тотабыҙ. Һарымһаҡты таҙартып, иҙеп, тоҙ менән бутап кетчупҡа һалабыҙ ҙа тағы 5 минут бешерәбеҙ. Иң һуңынан аш һеркәһен ҡойоп, ҡайнар сиккә еткерәбеҙ ҙә кәстрүлде уттан алабыҙ.
Ҡайнар массаны стерилләнгән банкаларға ҡойоп ябабыҙ. Тулыһынса һыуынғансы өҫтәрен таҫтамал менән ҡаплап ҡуябыҙ. Кетчупты һыуытҡыста йәки һалҡын, ҡараңғы урында һаҡларға кәрәк.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: