Бәшмәкте ҡайнап сыҡҡандан һуң 15 минут плитәлә тотабыҙ ҙа һыуын һарҡытып сайып алабыҙ. Туралған картуфты һыуҙа ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡырылған кишер менән туралған һуғанды ҡыҙҙырып, бәшмәгебеҙҙе киҫәктәргә бүлеп әлеге табаға өҫтәйбеҙ. Барыһын бергә 5 – 7 минут ҡыҙҙырғансы, картуфыбыҙ ҙа яртылаш әҙер була. Инде ҡатнашманы кәстрүлгә һалабыҙ ҙа тоҙ өҫтәп, 5 – 10 минут көтәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: yandex.ru