Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы электрон форматҡа күсеү сәбәпле, киләһе йылдан “больничный”ға түләү алыр өсөн эш биреүсегә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт тапшырырға кәрәк булмаясаҡ, сөнки эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының номеры туранан-тура социаль страховкалау фондына һәм эш биреүсегә алдан ебәреләсәк.
Шулай итеп, 2022 йылдың 1 ғинуарынан мәжбүри социаль страховкалау нигеҙендә пособиеларҙы билдәләү һәм түләү туранан-тура социаль страховкалау фонды тарафынан башҡарыласаҡ. Хеҙмәт хаҡының күләме, бәпәй көтөү һәм бала табыу буйынса ялға китеү тураһындағы белешмәләр фондҡа – эш биреүсенән, ә бала тыуыу тураһындағы мәғлүмәт ЗАГС-тан алынасаҡ. Ошо мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, пособиелар ҙа билдәләнәсәк.
Фото: sreda24.ru