Шуның арҡаһында Күгәрсен районының Мораҡ мәктәбе уҡыусыларын эвакуациялағандар. Баҡтиһәң, мәктәптең почта адресына янауҙар килгән икән, тик серле анонимдан түгел, ә шул уҡ мәктәптең IX синыф уҡыусыһынан. Тәүҙә атыш ҡурҡынысы хаҡындағы хәбәр ошо уҡ синыфта уҡыусы берәүҙең чатына килә. Ҡурҡыуға ҡалған балалар кисекмәҫтән уҡытыусыһына сәйер хәбәр хаҡында әйтә, ә мәктәп етәкселеге хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә. Тиҙ генә полиция, ашығыс ярҙам һәм ҡотҡарыусылар килеп етә.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса полиция бүлегенә IX синыф уҡыусыһын килтергәндәр,ә тегенеһе ошондай хәбәр ебәреүен таныған. Әлеге мәлдә был осраҡ буйынса тикшереү эштәре алып барыла. Хоҡуҡ һаҡлау органдары был уҡыусыны ошондай аҙымға нимә этәргәнен асыҡларға тырыша. Енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.
Фото: k1news.ru