"Аңлайым, хаҡтарҙың артыуы кешеләрҙең килеменә етди тәьҫир итә. Шуға күрә яҡын арала барлыҡ социаль түләүҙәрҙе, шул иҫәптән пенсия һәм пособиеларҙы ла арттырыу буйынса ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ. Минималь эш хаҡы күләме (МРОТ), йәшәү минимумы, шулай уҡ, бюджет өлкәһендә эш хаҡы артасаҡ", — тине Дәүләт Башлығы. Бынан тыш, Президент Хөкүмәткә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшһеҙ ҡалғандарға ярҙам сараларының һөҙөмтәлелеген анализларға йөкләмә бирҙе. Президент билдәләүенсә, бындай сараларҙы, һис шикһеҙ, киңәйтергә кәрәк, шул иҫәптән социаль контракт механизмы иҫәбенә.
Фото: "Башинформ".