-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һыра эсеү эҙемтәләре

Бауыр циррозы, йөрәкте май бөрөүе, иҫ юғалыу, фекерләү боҙолоу – һыра эсеүҙең эҙемтәләре.

Һыра эсеү эҙемтәләре
Һыра эсеү эҙемтәләре

Шулай уҡ ул йөрәк эшмәкәрлеген ҡаҡшата, йәғни йөрәк ҡыуышлығы киңәйә, көбөһө ҡалыная, йөрәк мускулында некроз – туҡымаларҙың үлеүе күҙәтелә. Һыраны күпләп эсеү рентгенологтар «һыра (үгеҙ) йөрәге» йәки «капрон ойоҡ» синдромы тип атаған күренешкә алып килә. Был үҙгәрештәр һыра составында күперек стабилизаторы сифатында ҡулланылған кобальт булыуына бәйле. Әлеге ағыулы матдә һыра эсеүселәрҙә тейешле норманан 10 тапҡырға артыҡ. Бынан тыш, кобальт ашҡаҙан һәм ҡыҙыл үңәстә елһенеү барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Организмға эләккәс, һыра тиҙ арала ҡан тамырҙарын тултыра. Был иһә тамырҙарҙың варикоз киңәйеүенә һәм йөрәк сиктәренең киңәйеүенә килтерә, йөрәк саманан тыш ҙурая, миокард бәлтерәй, ҡан әйләнеше насарая. Ҡыҫҡаһы, «тере мотор» функцияһы юғала.
Шулай уҡ организмда (күберәк бауырҙа) патологик матдә туплана. Ул йыш һыра эскән ирҙәрҙең организмында метилтестостерон (ирҙәрҙең төп енес гормондары) барлыҡҡа килеүен тотҡарлай. Һыралағы фитоэстроген (ҡатын-ҡыҙ енес гормондары аналогы) ирҙәрҙе аҡрынлап феминизацияға килтерә. Уларҙа ҡатын-ҡыҙ тибы буйынса янбашҡа, уның ҡырҙарына май ултыра, һөт биҙҙәре ҙурая (гинекомастия), янбаштар киңәйә – эстән дә (генетик кимәлдә), тыштан да ҡатын-ҡыҙға оҡшай (ҡатыншаға әйләнә) башлай. Ундайҙар «һыра стажы»на 15 – 20 йыл тулыуға кәрһеҙгә әйләнә. Германияның беренсе рейхсканцлеры Бисмарк шундай аңлатма бирә: «Һыранан ялҡауға, аңраға һәм көсһөҙгә («импотент» мәғәнәһендә) әйләнәһең». Ә һыра яратҡан гүзәл заттарҙа иһә яман шеш менән ауырыу һәм түлһеҙлек ихтималлығы арта, әгәр имеҙеүсе ҡатын булһа, балаһының эпилептик тартышыу менән яфаланыуы бар. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың тауышы тупаҫлана, «һыра мыйыҡтары» үҫә.
Ҡыҫҡаһы, һыраның организмға зарары бик киң: баш мейеһе күҙәнәктәре үлә; арҡа мейеһенең функциялары боҙола; бауыр циррозы, гепатит, панкреатит, гастрит, невропатия күҙәтелә; ишетеү һәм күреү анализаторҙары ҡаҡшай.
Һыра алкоголизмы менән сирләүселәр дауаханаға ауыр хәлдә, ғәҙәттә, еңел аҡылланған һәм шәхес булараҡ баһаһы төшкән рәүештә эләгә.

Нарколог-рб.рф сайтынан.

Фото: cardio-help.ru

Читайте нас: