Һарымһаҡта сағыштырмаса ағыулай торған матдәләр күп. Улар айырым ағзаларҙа эске химик процесс барышын боҙа. Шуға был йәшелсәне ашау төрлө ауырыу билдәләре килеп сығыуына сәбәпсе була.
Һарымһаҡты эс киткәндә ашау рөхсәт ителмәй. Елһелгән эсәктәрҙе тағы ҡуҙғытып ебәреүе бар. Ә бына ҡан баҫымы юғары булғандарға, киреһенсә, ҡулланырға кәрәк. Йөрәк, ҡан тамыры менән проблемалары булғандарға һаҡсыл ашау кәңәш ителә. Өйәнәк, геморрой менән сирлеләргә бөтөнләй ярамай. Ашҡаҙан һәм эсәк ауырыуҙары, ҡайһы бер күҙ ауырыуҙары менән сирлеләргә, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға, бала имеҙеүселәргә ҡулланырға ҡушылмай.
Үҫемлектең һейҙергес тәьҫире бар, етмәһә, нервы системаһын да ҡуҙғыта. Шуға һарымһаҡты ас көйөнсә, кискеһен ашамау хәйерлерәк.
Фото ru.depositphotos.com