+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Сирле балаларға ярҙам итер өсөн сәс үҫтергән

10 йәшлек малай яман шеш менән сирләүсе балаларға ярҙам итер өсөн ике йыл сәсен киҫтермәгән. Шуға уны йыш ҡына ҡыҙ тип ҡабул иткәндәр.

Сирле балаларға ярҙам итер өсөн сәс үҫтергән
Сирле балаларға ярҙам итер өсөн сәс үҫтергән

2019 йылдың июнендә Челмсфорд ҡалаһында йәшәүсе 8 йәшлек Томас Уоллер ҡайһы бер балаларҙың ауырыу арҡаһында сәстәре ҡойолоуын, уларға париктар кәрәк булыуын ишетеп ҡала ла сәсен үҫтерергә була. Ике йыл буйына малайҙың сәсе биленә тиклем еткән. Ул уйнаған футбол командаһында оҙон сәсле күренекле Британия футболсыһы хөрмәтенә үҙен «Гарет Бэйл» тип тә йөрөтә башлағандар.

Быйыл йәй Томас, тик тулыһынса булмаһа ла, оҙон сәстәре менән хушлашырға ҡарар иткән. Малайҙың әсәһенең әхирәте ҡуйы ғына урындан 35 сантиметрҙан ашыу сәсен киҫеп алған. Унан уны балаларға париктар эшләү менән шөғөлләнеүсе хәйри ойошмаһына тапшырғандар.

Бынан тыш, Томас 400 меңгә яҡын аҡса ла йыя алған. Һәр бер яһалма сәс яҡынса 55 мең тирәһе тора, тимәк, малай ярҙамында сирле балалар тағы ла ете парик аласаҡ.

– Оҙон сәсһеҙ ул үҙен ҡыҙыҡ тоя. Шул уҡ ваҡытта оҙон сәс үҫтереп, аҡса йыйып, балаларға ярҙам итә алыуы менән дә ғорурлана, – ти малайҙың әсәһе.

 

 

Фото: https://deti.mail.ru/news/10-letnij-malchik-ne-strigsya-dva-goda-radi-pariko/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: