+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Оҙаҡ йәшәргә теләһәң...

Дөрөҫ туҡланыу сәләмәтлекте һаҡларға, ғүмерҙе оҙайтырға ярҙам итә икәнлеген барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ғалимдар сөгөлдөр һуты ла ошондай үҙенсәлектәргә эйә булыуын асыҡлаған.

Оҙаҡ йәшәргә теләһәң...
Оҙаҡ йәшәргә теләһәң...

Баҡһаң, ул яман шеш барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймай, ҡан баҫымын кәметә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, файҙалы нитраттарға бай был эсемлек ғүмерҙе лә оҙонайта икән. Уның составында тимер күп булғанлыҡтан, аҙ ҡанлылыҡтан файҙаһы ҙур. Аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнеүселәрҙең хәтерен яҡшыртырға, иғтибарын йүнәлтергә лә булыша. Сөгөлдөр һуты бөйөр эшмәкәрлеге өсөн дә һәйбәт. Вирустарға, бактерияларға ҡаршы тороу өсөн иммунитетты күтәрергә лә ярҙам итә.

 

 

Фото: https://coream.ru/svekolnyj-sok-sostav-poleznye-svojstva-protivopokazania.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: