+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡөрьән аяттары дауалай

Американың Флорида штатындағы Панама ҡалаһының «Әҡбәр» клиникаһында эшләүсе Әхмәт әл Ҡаҙий исемле мосолман ғалим психикаһы ҡаҡшаған кешеләргә, йөрәк өйәнәге һәм башҡа сирҙәр менән яфаланыусыларға Ҡөрьән аяттарын көйләп уҡыуҙың йоғонтоһо буйынса тикшеренеү үткәргән. Бының өсөн ул был изге китап тураһында ишетеп белмәгән ауырыуҙарҙы һайлап алған.  

Ҡөрьән аяттары дауалай
Ҡөрьән аяттары дауалай

Уларға тәүҙә Ҡөрьәндең ғәрәпсә тексын уҡығандар, унан йөкмәткеһе нимәнән ғибәрәт булыуы инглизсә аңлатыла. Уҡыған аяттарҙың ауырыуҙарға тәьҫирен заманса ҡорамалдар һәм компьютер теркәп бара. Был тәжрибә бер йыл буйына дауам итә. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһен ғалим 1984 йылдың авгусында Төньяҡ Америка медицина конгресында уҡып ишеттерә. Ҡөрьән аяттарын тыңлаған психик ауырыуҙарҙың 97 проценты һауыға. Сүрәләрҙе тыңлаған саҡта организмда ниндәй үҙгәрештәр булыуын да һөйләй. Сирлеләрҙең йөрәк эшмәкәрлеге, тән тиреһе яҡшырыуы ла теркәлгән. Был һөҙөмтә барыһын да шаҡ ҡатыра. Конгреста тәҡдим ителгән материалдар күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята.

Бер аҙҙан Нидерландта йәшәүсе психолог профессор Ван дер Ховен да Ҡөрьәндең тәьҫирен раҫлай. Ул үҙе мосолман булмай, Ҡөрьән һәм ислам дине менән фәнни күҙлектән сығып ҡына ҡыҙыҡһына. Ул «Аллаһ» һүҙен ҡабатлауҙың һәм Ҡөрьән уҡыуҙың һаулыҡҡа файҙалы булыуын үҙ тәжрибәһе менән иҫбатлай. Ғалим ҙур ғына төркөмдән торған сирлеләр менән өс йыл буйына тикшереү алып бара. Һөҙөмтәлә нервылар көсөргәнешлегенән психик ауырыуға дусар булған, ҡайғы-хәсрәттән арына алмай, тормоштан төңөлгән һәм башҡа ауырыуҙарға һабышҡандар һауыға.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: