+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
4 Август 2021, 16:10

Ябыҡҡың килһә, помидор аша

Әле помидорҙың ҡыҙарып бешкән сағы. Рәхәтләнеп ашарға була. Ябығырға теләүселәр өсөн бигерәк тә һәйбәт ул.  

Ябыҡҡың килһә, помидор аша
Ябыҡҡың килһә, помидор аша

Помидор аҙ калориялы йәшелсә иҫәпләнә. Етмәһә, файҙалы матдәләргә һәм микроэлементтарға ла бик бай. Тәмле генә түгел, туҡлыҡлы ла. Асыҡҡан ваҡытта теләһә нимә ашағансы, помидор менән һыйланыу яҡшыраҡ. Унда бөтөнләй май юҡ, 90 проценты һыуҙан тора. Был йәшелсә хатта бешерелгән ваҡытта ла файҙаһын юғалтмай.

Помидор диетаһы менән тиҙ арала артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға була. Эксперттар әйтеүенсә, дүрт көн эсендә хатта өс килограмға тиклем ташларға мөмкин икән.

 

 

Фото: https://zen.yandex.ru/media/id/6091791343f6992239ce962e/ogurcy-pomidory-kapusta-vyrezka-iz-sovetskogo-jurnala-6099082887bf2977fc1b31ff.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: