+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
12 Август 2021, 10:40

Оҙаҡ йәшәү сере асыҡланған

Оҙаҡ йәшәүселәр һаны буйынса Япония алдынғы урындарҙы биләй. Уларҙың оҙаҡ йәшәү һәм сәләмәт булыу сере нимәлә һуң?

Оҙаҡ йәшәү сере асыҡланған
Оҙаҡ йәшәү сере асыҡланған

Күп тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бында йәшәүселәргә матча йәшел сәйен эсеү ғүмерҙәрен оҙайтырға мөмкинлек бирә икән. Был эсемлек витаминдар һәм минералдарға бик бай, шул иҫәптә А, В, С, Е витаминдары бар. Улар организмды файҙалы компоненттар менән тәьмин итә. Унан тыш, был сәйҙә ашамлыҡ сүстәре, цинк, калий, кальций, натрий, тимер ҙә етерлек.

Әйтеүҙәренсә, матча йәшел сәйе ҡартайыу күренешен дә яйлата һәм барлыҡ организмдың эшмәкәрлеген күтәрә. Ул холестерин күрһәткесен, ҡандағы шәкәрҙе кәметә, шулай уҡ иммун системаһын нығыта, ҡайһы бер ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүен туҡтата. Шул иҫәпкә шәкәр диабеты, һимереү, онкология сирҙәре лә инә.

 

 

Фото: https://sterlegrad.ru/society/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: