+6 °С
Дождь
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

«Сәләмәтлек поездары» эшен дауам итә

«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы башланғандан алып 56 мең 920 кеше ҡаралған, шуларҙың 33 мең 676-һына тикшереү үткәрелгән. Был «Сәләмәтлек поездары»нда медицина тикшереүе үтергә лә, белгестәрҙән консультация, тәүге ярҙам алырға ла мөмкин.

«Сәләмәтлек поездары» эшен дауам итә

Әле «Сәләмәтлек поездары» алты йүнәлештә үҙ эшен дауам итә:

Өфө маршруты Саҡмағош районында эшләй (16 – 18 августа – Рәжәп ауылында, 19 – 20 августа – Тайнашта);

Дыуан маршруты Дыуан районында эшләй (16 – 20 августа – Ярославка ауылында);

Нефтекама маршруты Ҡалтасы районында кешеләрҙе ҡабул итәсәк (16 – 18 августа – Ҡалмыябаш ауылында, 19 – 20 августа – Иҫке Уръябашта);

Октябрьский маршруты Бишбүләк районында эшен дауам итә (16 – 17 августа – Сухоречкала, 18 – 19 августа – Каменкала);

Стәрлетамаҡ маршруты Федоровка районында эшләй (16 – 17 августа – Дедово ауылында, 18 – 19 августа – Батырҙа);

Белорет маршруты Йылайыр районында эшләй (16 – 17 августа – Матрайҙа, 18 – 19 августа – Юлдыбайҙа, 20 – 30 августа – Йылайырҙа).

 

 

Фото: https://health.bashkortostan.ru/.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова