+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
16 Август 2021, 15:15

Йыйырсығың булмаһын тиһәң, баҙам аша!

Америка диетологы Тоби Смитсон йәмәғәтселектең иғтибарын баҙам сәтләүегенә (миндаль) йәлеп иткән. Баҡһаң, ул холестерин кимәлен, ҡандағы шәкәрҙе кәметә, организмда Е витаминын күтәрә икән. Етмәһә, тирене лә яҡшырта, ҡорһаҡтағы майҙы ла яндыра.

Йыйырсығың булмаһын тиһәң, баҙам аша!
Йыйырсығың булмаһын тиһәң, баҙам аша!

Диетолог һүҙҙәренсә, бер ус баҙам менән туҡланыу тирене сәләмәтләндерергә булышлыҡ итә. Ҡояш нурҙарына бик янғың килмәһә, тышҡа сығыр алдынан Смитсон 35 бөртөк баҙам сәтләүеге ашарға кәңәш итә.

Әйткәндәй, тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, 40-45 бөртөк баҙам сәтләүеге ашау йыйырсыҡтарҙы кәметә, биттәге пигменттарҙы яҡшырта.

 

Фото: https://www.1zoom.ru/%D0%95%D0%B4%D0%B0/%D0%BE%D0%B1%D0%BE%D0%B8/569819/z4406.1/2048x2732.


Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: