+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
24 Август 2021, 09:22

Дөгө В төркөмө витаминдарына бай

Дөгө кемгә файҙалы? Ниндәй ауырыуҙар менән сирлеләргә ашарға кәңәш ителмәй? Был хаҡта табип-диетолог Ольга Кораблева белдерә.

Дөгө В төркөмө витаминдарына бай
Дөгө В төркөмө витаминдарына бай

Калорияһы ҙур булмағанға дөгөнө диетик ризыҡтар аҙыҡтар рәтенә индерәләр. Үҙе бик туҡлыҡлы, миҡдарында май ҙа бик әҙ. Мәҫәлән, 100 грамм дөгөлә 2,6 грамм ғына. Үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлеге өсөн талап ителгән В төркөмө витаминдары күп. Унан тыш, калий, магний, марганец, фосфор, цинкка ла бай.

Ризыҡ организм тарафынан тиҙ үҙләштерелә, шулай уҡ тәбиғи сорбент та булып тора: тоҙҙар ҡатламына йыйылырға ирек бирмәй, зарарлы матдәләрҙән таҙарта.

Ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарында организмға һәйбәт тәьҫир итә. Киҫкен гастрит менән сирләүселәргә табиптар һыуҙа бешерелгән дөгө бутҡаһын тәҡдим итә.

Артыҡ ауырлығы булғандарға дөгө ашарға ҡушылмай. Ә диабет менән ауырыусыларға аҡ дөгө ярамай. Эс ҡатыуы менән интегеүселәргә аҙнаһына ике тапҡыр ғына ашарға кәңәш ителә.

 

 

Фото: https://sterlegrad.ru/.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: