+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
14 Сентябрь 2021, 13:32

Нисек 100 йәшкә тиклем етергә?

Швеция оҙаҡ йәшәүселәр һаны буйынса лидерҙар рәтендә. Уларҙың хаҡлы ялдағылары ла әүҙем тормош алып бара. Һикһән йәшлек өлкәндәренә 50 йәш кенә бирергә була. Ғалимдар әйтеүенсә, ғүмер оҙонлоғоноң 25 проценты ғына генетиканан килә, ҡалған 75 проценты кешенең йәшәү рәүешенән тора. Швед табибы, ғалим-геронтолог Бертил Марклунд үҙенең китабында ғүмерҙе оҙонайтыусы 10 файҙалы ғәҙәт тураһында яҙған. Һеҙ ҙә улар тураһында белеп ҡуйығыҙ әле.

Нисек 100 йәшкә тиклем етергә?
Нисек 100 йәшкә тиклем етергә?

Физик әүҙемлек. Швецияла халыҡтың яртыһынан күбеһе иртән йүгереүгә өҫтөнлөк бирә. Ҡышҡыһын ғаиләләре менән саңғыла, сноубордта йөрөйҙәр. Даими физик әүҙемлек бәхет гормонын эшкәртеп сығарырға, төшөнкөлөктө кәметергә ярҙам итә. Йәйәү, велосипедта йөрөү, бейеү ҙә файҙалы.

Юҡ-барға борсолмау. Һәр ваҡыт ошондай хәл-торошта йөрөү тыйыла. Бынан сығыу өсөн тын алыу күнекмәләре эшләргә, тренингтар үтергә йәки психологҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш ителә.

Сәләмәт йоҡо. Йоҡлағанда организм ял итә, көс туплай. Даими рәүештә йоҡоноң туймауы иммунитеттың ҡаҡшауына, һимереүгә һәм төрлө ауырыуҙарға килтерә.

Ҡояшта булыу. Д витамины - йәшәү өсөн бик мөһим элементтарҙың береһе, уны ҡояш нурҙарынан алырға мөмкин.Шуға күрә йышыраҡ тышта йөрөргә ҡушыла. Д витамины нервы системаһы эше, ныҡлы иммунитет һәм һөйәктең торошо өсөн яуап бирә.

Туҡланыу төрлөлөгө. Туҡланыу рационында колбаса, сыр, ярымфабрикаттар кеүек зыянлы аҙыҡтар аҙ булырға тейеш, күберәк аҡһым, йәшелсәләргә, майлы балыҡҡа, бөртөклө һәм һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк бирергә кәрәк.

Һыу һәм ҡәһүә. Күҙәнәктәр нормаль рәүештә яңырып торһон өсөн организмда һыу балансын күҙәтеүҙә тоторға кәрәк. Юғиһә, организм ҡартая башлай. Ҡәһүәнән дә баш тартырға ярамай.

Нормаль ауырлыҡ. Артыҡ ауырлыҡ йөрәк-ҡан тамырҙары, диабет ауырыуҙарын барлыҡҡа килтерә. Шуға үҙегеҙҙең ауырлығығыҙҙы күҙәтеүҙә тотоп, яйлап ашарға, артыҡ туҡланыуҙан ҡасырға, файҙалы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк.

Сәләмәт тештәр. Ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһын да тотоу мөһим, сөнки ул ҡан әйләнеше системаһына тәьҫир итә. Теш табибы менән дуҫ булып, тештәрҙе дауалап торорға, татлы ризыҡтарҙан баш тартырға, тештәрҙе даими рәүештә таҙартырға ҡушыла.

Ыңғай, матур уйҙар. Насар кәйеф көс-хәлде бөтөрә. Шуға күңелһеҙ, кәйефте төшөрә торған хәл-ваҡиғаларға иғтибар итмәҫкә, яҡын кешеләр эргәһендә күберәк булырға, кәйефте күтәрә торған күнекмәләр уйлап табырға кәрәк.

Социаль әүҙемлек. Яңғыҙ кешеләр иртәрәк донъянан китә, тип иҫәпләнә. Ысынлап та, автор ҙа китабында дуҫтар табырға йәки үҙеңдең ҡыҙыҡһыныуҙарыңа тура килгән түңәрәктәргә йөрөргә кәңәш бирә.

 

Фото: https://ru.j-medic.com/longevity-lessons-from-blue.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: