+15 °С
Ясно
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
27 Сентября 2021, 11:43

Ҡайһы аҙыҡтарҙы микротулҡынлы мейестә йылытырға ярамай?

Күптәребеҙ ризыҡты  микротулҡынлы мейестә  тиҙ генә йылытып алырға ғәҙәтләнгән. Баҡһаң, йылытҡан ваҡытта күп аҙыҡ-түлек файҙалы үҙенсәлектәрен юғалта икән. Был хаҡта табип-диетолог Елена Соломатина белдерҙе.  

Ҡайһы аҙыҡтарҙы микротулҡынлы мейестә  йылытырға ярамай?Ҡайһы аҙыҡтарҙы микротулҡынлы мейестә  йылытырға ярамай?
Ҡайһы аҙыҡтарҙы микротулҡынлы мейестә йылытырға ярамай?

Белгес һүҙҙәренсә, әскелтем һөт ризыҡтары йылытҡан ваҡытта – файҙалы бактериялар, йәшелсә-емештәр витаминдарын юғалта. Был бәшмәктәргә лә ҡағыла.

Салат япрағын, тамыр аҙыҡтарын бөтөнләй йылытыу кәңәш ителмәй, зыянлыға әйләнәләр. Газлы эсемлектәрҙе йылытыу ҙа насар,  үлем хәүефе тыуҙырыуы ла бар.

Елена Соломатина һыу, йомортҡа, һуты булған аҙыҡтарҙы ла йылытыу бик яҡшы  булмауын билдәләне. Ни өсөнмө? Шыйыҡлыҡтың тиҙ генә ҡайнап сығыуы кислород бүленеүенә килтерә. Шулай уҡ ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте йылытһаң, шартлау ҡурҡынысы янағанын да онотмаһағыҙ ине.

 

 

Фото: https://sterlegrad.ru/society/page/2/.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас