

Был тәжрибә өсөн музыкант Anatole «All of Us» тигән йыр яҙған. Уның өсөн айырым уйын ҡоралдары, оркестр һәм үҙенсәлекле башҡарыу тауышы ҡулланылған. Улар бөтәһе берлектә сирлеләр өсөн мөғжизә тойғоһо тыуҙырырға тейеш була.
Йыр 286 кешелә тикшереп ҡаралған. Уларҙың барыһы ла төрлө кимәлдәге ауыртыныуҙар менән интеккән була. Кемдеңдер башы ауыртҡан, икенсеһенең арҡаһы, мускулдары...Ҡатнашыусылар билдәләп китеүенсә, йырҙы тыңлаған ваҡытта ауыртыныуҙары, үҙҙәрен насар тойоуҙары кәмеп торған.
Фото: https://esoreiter.ru/news/0921/v-irlandii-sozdali-obezbolivayushchuyu-pesnyu.html