+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
17 Октября 2021, 14:20

«Күрәшлек пандемияһы ла барған кеүек»

Балалар араһында күрәшлек арта барыуы күҙәтелә. Был хаҡта юғары категориялы табип-офтальмолог, профессор, медицина фәндәре докторы Татьяна Шилова белдерҙе.

«Күрәшлек пандемияһы ла барған кеүек»«Күрәшлек пандемияһы ла барған кеүек»
«Күрәшлек пандемияһы ла барған кеүек»

«Әлеге көндә Covid-19 пандемияһы ғына түгел, күрәшлек пандемияһы ла барған кеүек. Күп балаларҙың, хатта бәләкәй йәштәгеләрҙең дә  күҙ менән проблемалары бар», – тине ул.

Уның һүҙҙәренсә, элек күрәшлек үҫмер осорҙа – 10 – 14 йәштәрҙә асыҡланһа, хәҙер 7-9 йәштәрҙә үк ошо диагноз ҡуйыла.
Бөтә белгестәр ҙә күҙ менән проблемалар барлыҡҡа килеүен компьютер, смартфон һәм башҡа гаджеттарҙы ҡулланыу менән бәйләй. Күҙ насараймаһын өсөн табиптар күҙҙе техниканан йыш ҡына ял иттерергә ҡуша. Тағы ла саф һауала күберәк йөрөү, алыҫҡа ҡарау ҙа күрәшлек барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймай икән.

 

 

Фото: https://newsbash.ru/society/health/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас