

Билдәле булыуынса, һолола күп миҡдарҙа күҙәнәклек, марганец, баҡыр һәм тимер бар. Ғалимдар һоло бутҡаһының холестерин, ҡандағы шәкәр кимәлен, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын кәметеүен иҫбатлаған. Ә Германиялағы Гейдельберг университетында үткәрелгән тикшеренеүҙә ҡыяҡлыларҙағы полифенолдарҙың елһенеүҙәргә һәм яман шешкә ҡаршы тороу үҙенсәлектәре булыуы асыҡланған.