+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
21 Октябрь 2021, 14:56

Оҙаҡ йәшәү сере

Бөйөк Британиянан 105 йәшлек Эдна Уолмсли оҙаҡ йәшәү сере менән бүлеште. Ул бөтә ғүмере буйы мәктәп ашханаһында ашнаҡсы булып эшләгән.

Оҙаҡ йәшәү сере
Оҙаҡ йәшәү сере

1916 йылда донъяға килгән ҡатын оҙаҡ йәшәүенең серен дөрөҫ йәшәү рәүеше алып барыуы, сәләмәт туҡланыуы һәм ата-әсәһенән алған һәйбәт тәрбиә менән бәйләй. Бынан тыш, Уолмсли даими рәүештә йога менән шөғөлләнгән, яҡындарына торттар, бәлештәрҙе үҙенең рецебы менән генә бешерә торған булған.

Ҡарт булыуына ҡарамаҫтан, уның хәтере бик яҡшы, бәләкәй саҡта ятлаған шиғырҙарҙы ла һаман иҫләй, тип хәбәр итәләр.

 

 

 

Фото: https://lenta.ru/news/2021/10/20/105yo/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: