+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
3 Ноябрь 2021, 11:03

Һимереүҙе иҫкәртеү буйынса проект тормошҡа ашырыласаҡ

Башҡортостан Мәскәү һәм Һарытау өлкәләре менән бер рәттән 2021-2022 уҡыу йылында башланғыс синыф уҡыусылары араһында һимереүҙе иҫкәртеү буйынса рациональ туҡланыу һәм физик әүҙемлекте популярлаштырыуға йүнәлтелгән проектҡа ингән. Ул өс белем усағында – Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында, 5-се лицейҙа һәм Бөрөләге махсус интернат-мәктәптә тормошҡа ашырасаҡ.

Һимереүҙе иҫкәртеү буйынса проект тормошҡа ашырыласаҡ
Һимереүҙе иҫкәртеү буйынса проект тормошҡа ашырыласаҡ

Был мәктәптәрҙә ноябрҙән майға тиклем 6 – 11 йәштәге уҡыусылар һәм уларҙың уҡытыусылары өсөн туҡланыу, белем биреү мөхитендә һәм ғаиләләрҙә етерлек физик әүҙемлек темаларына дәрестәр ойоштороласаҡ. Уларҙы балалар эндокринологтары үткәрәсәк.

Әйтергә кәрәк, был программа эндокрин ауырыуҙары булған балаларға ярҙам күрһәтеү  сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Ул Рәсәйҙә 2014 йылдан алып һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында ғәмәлгә ашырылып килә.

 

 

Фото: https://www.bezzia.com/ru/ayuda-a-tus-hijos-a-que-no-engorden/.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: