Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, Башҡортостан буйынса һандар бик ҡыуандырырлыҡ түгел. Республикабыҙҙа 1 ноябргә ҡарата 2021 йылда 1 мең 771 ВИЧ-инфекция йөрөтөүсе теркәлгән. Әлеге күрһәткес, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 70 кешегә күберәк. Ә 2019 йылға ҡарата ВИЧ-инфекция йөрөтөүсе сирлеләр һаны 18 процентҡа кәмегән. Бөгөн Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялы 21 мең 400 кеше иҫәптә тора. Был - ВИЧ-инфекция табылған кешеләрҙең дөйөм һаны.
Һәр бер кешегә ВИЧ-инфекцияны йоҡтороу юлдарын белеп ҡуйыу бик мөһим. Сир енси юл, ҡан аша (парентераль), вертикаль юл (СПИД менән ауырыған ауырлы ҡатын-ҡыҙҙан балаға) менән күсә. Көнкүрештә ҡулланылған әйберҙәр аша йоҡтороу ҡурҡынысы юҡ.
Сирҙең булыу-булмауын асыҡлау өсөн йәшәгән ереңдәге поликлиникала ВИЧ-инфекцияһына ҡан тапшырырға кәрәк. Шулай уҡ СПИД һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәге һәм уларҙың филиалдарында ла аноним рәүештә анализ бирергә була. Баш ҡалабыҙҙа бөгөн ВИЧ-ҡа тест биреп, белгестәрҙән консультация ла алырға мөмкин. Мобиль пункт «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексы биләмәһендә эшләйәсәк.
Фото: интернет селтәренән.