Баҡһаң, өсөнсө ҡан төркөмөнә эйә булыусылар төрлө шарттарға һәм климаттың үҙгәреүенә еңел яраҡлаша икән. Физик әүҙемлектәре лә бик юғары. Бынан тыш, уларға яңы технологиялар менән бәйле фәндәр еңел бирелә. Шуныһы ҡыҙыҡ: АҠШ-тағы миллионерҙарҙың 40 процентында – ошо ҡан төркөмө.
Был ҡан төркөмө эйәләре күп осраҡта йөрәк һәм ҡан тамырҙары, шулай уҡ тын алыу ағзалары менән бәйле ауырыуҙар менән сирләп барыусан. Шуға күрә туҡланыуҙы күҙәтеп торорға, майлы ризыҡтарҙы аҙыраҡ ашарға кәңәш ителә.
Фото: https://sterlegrad.ru/society/page/2/.