-8 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
15 Декабрь 2021, 15:39

Көн һайын сыр ашаһаң...

Сыр организм өсөн бик файҙалы. Унда аҡһымдың күп булыуы иммунитетты күтәрергә, күҙәнәктәрҙе тергеҙергә ярҙам итә.

Көн һайын сыр ашаһаң...
Көн һайын сыр ашаһаң...

Составында кальцийҙың күплеге һөйәктәрҙе нығытырға, теште кариестан һаҡларға, остеопороз үҫешенә юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ итә.

Етмәһә, В12 витамины иҫәбенә эшкә һәләтлелекте лә арттыра. Сырҙа  Д витамины ла бар, ул һыуыҡ миҙгелдә бигерәк тә кәрәк.

Табип-диетологтар күп осраҡта тоҙо аҙ булмаған сырҙарҙы һайларға кәңәш итә. Тоҙло төрҙәренән ҡан баҫыма юғары, йөрәк ауырыулыларға йыраҡ тороу хәйерлеләрәк. Сырҙың миҡдарында май күп булғанлыҡтан, ябығырға теләүселәр өсөн дә тыйылып тороу яҡшыраҡ. Ашҡаҙан-эсәк сирлеләргә лә ашауҙы сикләү һәйбәт булыр.

Әгәр ҙә көн һайын сыр ашаһаң, организм менән нимә булыр ине икән? Табип-диетологтар әйтеүенсә, әгәр ҙә кешенең йөрәк, холестерин, шешенеү буйынса проблемалары юҡ икән, көндәлек 30 грамм тик файҙаға ғына, арыу юғаласаҡ, кәйеф күтәрелә, кариес һәм көйҙән йыйырыуы булмаясаҡ. Әгәр ҙә проблемалар  бар икән, аҙнаһына ике тапҡыр ғына кәңәш ителә.

 

 

Фото: https://pp-day.ru/syr-vred-ili-polza/

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: