+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
19 Декабрь 2021, 22:43

Дуҫлашыу, әүҙем тормош алып барыу ғүмерҙе оҙайта

Тикшереүселәр ғүмерҙе оҙайтыусы ябай юлды атаған. Баҡһаң, дуҫлашыу, әүҙем тормош алып барыу ҡартайыуҙы яйлата, ғүмерҙе оҙайта икән.

Дуҫлашыу, әүҙем тормош алып барыу ғүмерҙе оҙайта
Дуҫлашыу, әүҙем тормош алып барыу ғүмерҙе оҙайта

Лондон ғалимдары 50 йәшкә тиклемге төрлө йәштәге  7 меңдән ашыу  кеше менән тикшереү үткәргән. Бында һаулығына зарланған 70 проценттан ашыуы таныштары менән һирәк кенә осрашҡан. Өлкән йәштә үҙҙәрен һәйбәт тойоусылар музей, театр, спорт залдарына йыш йөрөүҙәре асыҡланған.

Белгестәр билдәләүенсә, өлкән йәштәге әүҙем тормош алып барыусы кешеләрҙең күбеһе ошолай йәшәүҙең мөһимлеген аңлай. Шуға уларҙың сәләмәтлеге насарланмай, ә тормош ҡыуаныс ҡына алып килә.

 

 

Фото: https://www.culture.ru/events/945558/den-zimnikh-zabav-zimushka-aktivnaya-vsya-semya-sportivnaya.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: