-8 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
26 Декабрь 2021, 12:46

Ҡанды шыйыҡлата, холестеринды кәметә

Ҡышҡыһын, бигерәк тә Яңы йыл алдынан, дәрсенгә (корица) һорау арта. Әйткәндәй, Америка тикшеренеүселәре әйтеүенсә, был тәмләткес файҙалы үҙенсәлектәргә эйә булыуы менән һарымһаҡ менән ореганоны ла ҡыуып етә икән. Ниндәй үҙенсәлектәре бар икән, ә кемдәргә ҡулланырға кәңәш ителмәй?

Ҡанды шыйыҡлата, холестеринды кәметә
Ҡанды шыйыҡлата, холестеринды кәметә

Был турала эндокринолог, диета буйынса белгес, терапевт, медицина фәндәре кандидаты Татьяна Гудожникова бәйән итә. Баҡһаң, дәрсен йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары үҫеү хәүефен кәметә. Һәр ваҡыт ҡулланһаң, холестерин кимәлен түбәнәйтә, тағы ла ҡанды шыйыҡлата, ҡан әйләнешен яҡшырта. Һалҡын тейеүҙән дә файҙаланыла.

Тик дәрсен ашҡаҙан-эсәк, бөйөр ауырыулыларға кәңәш ителмәй. Унан тыш, ҡан баҫымы юғары булғандарға һаҡ ҡулланыу яҡшыраҡ.

 

 

 

Фото: https://simptom-lechenie.ru/korica-poleznye-svojstva-i-protivopokazaniya.html.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: