+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
27 Декабрь 2021, 14:20

Ҡартайыуҙы тиҙләтеүсе иң зыянлы эсемлек

Ғалимдар тикшеренеү һөҙөмтәһендә иң зыянлы эсемлекте атаған.

Ҡартайыуҙы тиҙләтеүсе иң зыянлы эсемлек
Ҡартайыуҙы тиҙләтеүсе иң зыянлы эсемлек

Ул беҙ яратып эскән тәмле газлы һыу (газировка) икән. 2014  йылда үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәһендә шәкәр өҫтәлгән эсемлектең күҙәнәк кимәлендә организмды иртә ҡартайтыуға булышлыҡ итеүе билдәле булған. «Әгәр  ҙә көн һайын 500 миллилитр эсһәң, ҡартайыу күренешен 4,6 йылға тиҙләтә», – ти тикшеренеүселәр.

Быйыл, 2021 йылда, үткәрелгән тикшеренеү ҙә ошоно уҡ иҫбатлай. Тәмле газлы һыуҙы ҡулланыу эсәктәрҙең флораһын үҙгәрткән, организмда шешенеү күренеше һәм  окисландырыусы  стресс үҫеше күҙәтелгән. Былар бөтәһе алдан ҡартайыуҙы ҡуҙғыта икән.

 

 

Фото: https://vredilipolza.ru/napitki/gazirovannaya-voda-polza-i-vred-dlya-zdorovya-cheloveka

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: