-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
28 Декабрь 2021, 13:34

Диабет булмаһын, тиһәң...

Фәнни тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса, белгестәр диабет үҫешенә булышлыҡ итеүсе ғәҙәттәрҙе атап үткән.

Диабет   булмаһын, тиһәң...
Диабет булмаһын, тиһәң...
  1. Иртәнге, төшкө йәки киске аштан баш тартыу. Ул сағында ҡандағы шәкәрҙең көслө тирбәлеүе мөмкин. Асығыу көсәйә төшә, ашалған ризыҡ миҡдарын күҙәтеүҙә тотоу ҡыйынлаша.
  2. Тәмле эсемлектәр. Уларҙың миҡдарында 9 сәй ҡалағына тиклем шәкәр бар, ә ундағы аҡһым менән күҙәнәклек глюкозаны яйлап һеңдереү өсөн етешмәй. Шуға яңы һығып алынған һуттар эсеү яҡшыраҡ булыр.
  3. Йыш ҡапҡылап алыу. Был йәһәттән еләк-емеш, арахислы май, сыр, бөтөн бөртөклө крекерҙар, грек йогурты, ҡара шоколад, сәтләүектәр тәҡдим ителә. Улар ҡандағы шәкәр кимәленә ныҡ йоғонто яһамай.
  4. Ашағандан һуң ултырыу. Белгестәр һүҙҙәренсә, тамаҡ ялғап алғандан һуң йөрөп килеү яҡшы булыр. Хатта 10 минут та етә.

 

Фото: https://health.hozvo.ru/saharnyj_diabet_i_serdce1-103454.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: