-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
30 Декабрь 2021, 10:03

Бауырға яҡшы тәьҫир итеүсе һигеҙ аҙыҡ

Бауырҙың сәләмәт булыуы бөтә организм эшмәкәрлеге өсөн бик тә мөһим. Шуға ла дөрөҫ туҡланырға кәрәк. Көндәлек туҡланыу тәртибенә ошо һигеҙ аҙыҡты индерһәгеҙ, бауырығыҙ һау-сәләмәт  булыр.

Бауырға яҡшы тәьҫир итеүсе һигеҙ аҙыҡ
Бауырға яҡшы тәьҫир итеүсе һигеҙ аҙыҡ
  1. Лимон. С витаминына бик бай, организмда нейтрализатор булып һанала.
  2. Сөгөлдөр. Уның һуты бауырҙа май ҡатламы ултырыуҙан һаҡланырға ярҙам итә.
  3. Йәшел сәй. Бауыр эшмәкәрлегенә ярҙам итеүсе антиоксиданттар бар.
  4. Виноград һәм уның һөйәктәре экстракты. Улар елһенеүҙе кәметергә ярҙам итә.
  5. Куркума. Май тупланыуын булдырмаҫҡа булышлыҡ итә.
  6. Әүернә сәскәле йәшелсәләр. Бауырҙы яман шештән һаҡлай һәм зыянлы матдәләрҙән таҙарта.
  7. Груша. Уның составында булған пектин елһенеү күренешен кәметергә һәм майҙарҙы синтезлауҙа бауырға ярҙам итә.
  8. Еләктәр. Бик шәп антиоксидант сығанаҡтары.

 

Фото: https://proprikol.ru/kartinki/kartinki-limony-60-foto.html

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: