-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
4 Февраль 2022, 15:05

"Спутник М": һорау - яуап.

Эксперттар үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән яңы вакцина, уның составы тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштыра.

"Спутник М": һорау - яуап.
"Спутник М": һорау - яуап.

Ни өсөн?
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ковид менән ауырығандарҙың һәр унынсыһы – бала.

Нимә ул?
Был – һыналған «Спутник V» вакцинаһының Лайт варианты, тик ул биш тапҡырға шыйыҡлатылған.

Был вакцина нисә компонентлы?
Ике.

Ғөмүмән, ул һыналғанмы?
Бер нисә йәш ирекмән Мәскәү клиникаларында уны ҡа­ҙатҡан. Ун ирекмәндең туғы­ҙында антиесемдәр барлыҡҡа килгән.

Етешһеҙлеге?
Иң етди етешһеҙлеге – температураның 37,4 градусҡа тиклем күтәрелеүе, һирәгерәк – тымау һәм баш ауыртыуы. Бер нисә көндән был билдәләр юғалған.

Балама минән рөхсәтһеҙ уны ҡаҙар­ға мөмкиндәрме?
15 йәштән өлкән үҫмерҙәр үҙҙәре хәл итә, тик ризалығы тураһында яҙма ғариза булыуы мотлаҡ. Бәләкәйерәктәр өсөн ата-әсә ҡарар ҡабул итә.

Әгәр вакцина яһатмаһаң...
Прививка яһатмағандарға власть бер ниндәй ҙә сикләүҙәр яһарға йыйынмай.

Уны яһатмау өсөн ниндәй сәбәптәр кәрәк? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Балағыҙҙы ковидтан һаҡларға теләһәгеҙ, үҙегеҙҙең поликлиникаға мөрәжәғәт итегеҙ. Өҫтәмә үҙәктәр әлегә юҡ. Вакциналар бик аҙ. Табиптарҙа прививка яһатмау өсөн сәбәптәр исемлеге бар, шуны белешегеҙ.

Фото: https://yandex.ru/images/search?f

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: