Бөгөнгә 292 кеше, күпселеге оло йәштәгеләр станционарҙа дауалана. 14 пациенттың хәле ауыр, берәүһе – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. Ә 4 меңдән ашыу кеше өйҙәрендә дауалана.
Бер тәүлектә республикала коронавирустан ике үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан бирле 5 мең 824 кеше вафат булған, шуның 4 мең 910-ы — 60 йәште уҙған өлкәндәр.
Башҡортостанда 3 миллион 79 мең 873 кеше өсөн коронавирус инфекцияһынан вакцинация тулыһынса тамамланған. Был иһә прививка яһатырға тейешле халыҡтың 124 проценты. Һуңғы тәүлектә генә 11 мең 401 кеше вакцина эшләткән, ә ҡабаттан прививкаланғандар — 875 кеше.
Сығанаҡ һәм фото: www.bashinform.ru