– Бөгөн беҙҙең республикалағы иҫәп алыусылар дүрт миллионлыҡ сикте үтте. Халыҡтың күпләп йәлеп ителеүе ҡыуандыра. Мин дә иҫәп алыуҙа ҡатнашып, биш кешенән торған ғаиләмде өҫтәргә булдым. Ике ҡыҙым үҫеп еткәндәр инде, айырым йәшәйҙәр. Шуға минең менән бергә йәшәгәндәрҙе генә яҙҙым. Үҙемдең яҙмам менән бер башҡорт һәм ике бәләкәс башҡортто өҫтәнем. Улдарым бәләкәй әле, шуға күрә ҡатыным менән уларҙың милләтен башҡорт тип яҙырға ҡарар иттек.
Иҫәп алыуҙағы һорауҙар бик ҡыҙыҡлы, уларға иғтибарлы булырға, ваҡыт бүлергә кәрәк. Гражданлығым минең берәү – Рәсәй Федерацияһы. Башҡаса булыу мөмкин дә түгел. Уны алмаштырманым, алмаштырырға йыйынмайым да, уның менән ғорурланам. Дүрт телде беләм: туған телдәрем – башҡорт һәм урыҫ, сит телдәр – төрөк һәм инглиз, – тип белдерҙе ул.
Ә һеҙ, дуҫтар, иҫәп алыуҙа ҡатнаштығыҙмы әле? Мөһим саранан ситтә ҡалмағыҙ. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147396.html.