+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
21 Июль 2021, 10:02

Башҡорт Википедияһы балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн махсус конкурс һәм уҡыу курсы ойоштора

Википедия – интернет киңлектәрендә киң билдәлелек яулаған уникаль күренеш. Бөгөнгө көндә уның мәғлүмәтен уҡымаған кеше юҡтыр. Күп телле онлайн-энциклопедияның башҡорт телендәге бүлеге лә бар.

Башҡорт Википедияһы балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн махсус конкурс һәм уҡыу курсы ойоштора
Башҡорт Википедияһы балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн махсус конкурс һәм уҡыу курсы ойоштора

Һуңғы йылдарҙағы уңыштары  өсөн Башҡорт Википедияһы ирекмәндәрен донъя кимәлендәге сараларҙа маҡтап телгә алалар. Быйыл февраль айында, Халыҡ-ара туған телдәр көнө алдынан, Өфөлә башҡорт википедистарының оло форумы үтте, иң әүҙемдәргә дәүләт наградалары тапшырылды. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторған сараның рәсми өлөшөн асып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов: «Был кешеләр альтруизм менән ҙур эш башҡара. Уларға күп йылдар тейешле иғтибар бирелмәне. Минеңсә, улар дәүләт һәм йәмәғәт наградаларына лайыҡ. Ысынлап та, был ирекмәндәрҙең өлөшө бик ҙур. Улар бөртөкләп йыйып интернетта башҡорт контентын булдыра. Ә интернетҡа эләккән нәмә юғалмай, унда мәңгелеккә ҡала. Улар бөгөн яҙған мәҡәләләрҙе киләһе быуындар күп йылдарҙан һуң да уҡыясаҡ. Ирекмәндәр донъя селтәрендә башҡорт теленең һанлы нигеҙен булдыра. Беҙ уларға был эштәрендә, шул иҫәптән грант проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәкбеҙ», – тине.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының республика дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторған 2021 йылғы гранттар конкурсында Башҡорт Википедияһы проекты еңеүсе тип табылғайны. Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды тарафынан бирелгән субсидия  иҫәбенә быйыл күләмле саралар – тематик конкурстар һәм Википедия яҙырға өйрәтеү курстары уҙғарыла.

Мәктәп йәшендәге балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн дә саралар ҡаралған. Сентябрь айында «Башҡорт исемдәре» тип аталған махсус тематик мәҡәләләр конкурсы, конкурста ҡатнашырға теләгәндәр өсөн 11 августан уҡыу курсы ойошторола. Уҡыуҙар онлайн форматта үтә, интернет булған һәр төбәктән, ауыл-ҡаланан китмәйенсә лекциялар тыңларға, ғәмәли өйгә эштәрҙе үтәргә мөмкин. Уҡыуҙар бушлай, курсты уңышлы тамамлаусыларға сертификат тапшырыла.

Конкурсҡа килгәндә, уның шарттары ябай ғына. Быға тиклем нәшер ителгән махсус һүҙлектәрҙе ҡулланып башҡорт исемдәре тураһында айырым мәҡәләләр яҙырға, мәҡәлә йөкмәткеһендә исемгә аңлатма бирергә, ошондай исемле билдәле шәхестәрҙең исемлеген төҙөргә, уларҙың Википедиялағы мәҡәләләренә һылтанма ҡуйырға кәрәк була. Ҡулланырға тәҡдим ителгән һүҙлектәр исемлеге төҙөлгән, «Китаптар» онлайн-китапханаһындағы нөсхәләренә һылтанма бирелгән. Әҙер исемлекте ҡулланырға һәм шулай уҡ уны яңы яҙған мәҡәләгә өҫтәргә кәрәк. Википедияла башлап яҙышыусыларға тәжрибәле эксперт-ирекмәндәр ярҙам итәсәк. Конкурста әүҙем ҡатнашыусыларға дәртләндереү саралары: өс кимәлдәге виртуаль миҙалдар менән бүләкләү, бүләкләнеү тураһында сертификат тапшырыу, грант иҫәбенән башҡорт телендәге матбуғат баҫмаларына яҙылыу йәки «Озон» интернет-магазины сертификаты менән бүләкләү ҡаралған.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте https://w.wiki/3eJv адресы аша, йәки Яндекста «Проект: Башҡорт исемдәре 2021» тип эҙләп табырға була. Уҡыу курсына https://w.wiki/jxU адресы аша инеп теркәлегеҙ. «Онлайн ВикиМәктәп» тигән һорауға Яндекс кәрәкле һылтанманы күрһәтер. Курсҡа "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Онлайн ВикиМәктәп" (https://vk.com/club66803702) төркөмө, йәки "Инстаграм"дағы bash_wiki аккаунты аша ла теркәлергә мөмкин.

Балаға матур исем биреү ата-әсә бурыстарының иң яуаплыһы. Исем менән кешенең киләсәк тормошо билдәләнә, сөнки һәр исемдә тылсымлы сер һалынған. Ә һеҙ үҙегеҙҙең, атай-әсәйегеҙҙең, туғандарығыҙҙың исемдәрендә ниндәй сер булғанын беләһегеҙме? Әйҙә, конкурста ҡатнашығыҙ һәм яңы асыштар яһағыҙ. Эшегеҙ киләсәктә башҡорт халҡына хеҙмәт итһә, өйрәнгән белемегеҙ үҙегеҙгә ҡалыр, тормошта кәрәге тейер. Алға, дуҫтар! Башҡорт Википедияһы һеҙҙе көтә.

Рөстәм НУРЫЕВ,

2005 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне.

 

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: