+21 °С
Дождь
VKOKМакс
Бәйгеләр
21 Июля 2021, 07:01

Йыр-моң яратыусы балалар ҡатнашырға саҡырыла

«Инстаграм» селтәрендә «Бөтә тауышҡа» конкурсы старт алды. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 7-нән 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр көсөн һынай ала.

Йыр-моң яратыусы балалар ҡатнашырға саҡырылаЙыр-моң яратыусы балалар ҡатнашырға саҡырыла
Йыр-моң яратыусы балалар ҡатнашырға саҡырыла

Был проект бик уникаль, Рәсәйҙә йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың мәҙәни ҡиммәтен күрһәтеп, йыр ярҙамында берләштерергә ярҙам итәсәк. Уның онлайн форматта үткәрелеүе төпкөл төбәктә йәшәүселәргә лә ҡатнашырға мөмкинлек бирә.

Һайлап алыу туры «Инстаграм» селтәрендә һәм конкурс сайтында июль, август айҙарында уҙасаҡ. Ғариза бирер өсөн урыҫ телендә йәки үҙеңдең туған телеңдә конкурс йыры яҙҙырып, «Инстаграм» селтәрендәге аккаунтыңа урынлаштырырға кәрәк, #вовесьголосроссия2021 #фондотражениероссия #фондпрезидентскихгрантов хэштектарын ҡуйып, @vovesgolos.tv и @vovesgolos.russia аккаунттарына ла яҙылыу мөһим.

Конкурсты «Отражение» мәҙәниәтте үҫтереү фонды ойоштора. Бәйге Президент гранттары фонды ярҙамында үткәрелә. Рәсми сайты: вовесьголос.рф, «Инстаграм»дағы рәсми аккаунты: @vovesgolos.russia.

 

 

Фото: https://kulturarb.ru/ru/news/vserossijskij-vokalnyj-konkurs-vo-ves-golos-rossiya-ishhet-talantlivyh-ispolnitelej-so-vsej-strany

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас