+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
26 Июля 2021, 11:22

Башҡортостандан да уҡыусылар ҡатнаша

Республикабыҙҙан 14 мәктәп уҡыусыһы «Сириус» белем биреү үҙәгенең «Ҙур саҡырыуҙар» белем биреү проект программаһында ҡатнаша.

Башҡортостандан да уҡыусылар ҡатнашаБашҡортостандан да уҡыусылар ҡатнаша
Башҡортостандан да уҡыусылар ҡатнаша

Был сараға Рәсәйҙең 64 төбәгенән барлығы 400-ҙән ашыу уҡыусы килгән. Улар өс аҙна буйына лабораторияларҙа, «Сириус» фән һәм сәнғәт паркы оҫтаханаларында 4-6 кешенән торған командаларҙа мәсьәләләр сисә.

Ә 27 – 28 июлдә «Ҙур саҡырыуҙар» конференцияһын йомғаҡлау сараһы үтәсәк. Бында һәр команда үҙҙәренең эш һөҙөмтәһен күрһәтәсәк. Артабан был проекттар эшкәртелеп, иҡтисад йәки фәнни тикшеренеүҙәрҙә ҡулланыласаҡ.

 

 

Фото: https://vk.com/avrora_rb.



Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас