+22 °С
Ясно
VKOKМакс
Бәйгеләр
4 Августа 2021, 10:13

Ижади конкурс: «Аксаков менән һунарға һәм балыҡҡа!»

Был ижади конкурс яҙыусы Сергей Аксаковтың тыуыуына 230 йыл тулыуға арнала. Уны «Росохотрыболовсоюз» ассоциацияһының һунар һәм балыҡ ҡармаҡлау музейы, Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейы ойоштора. Бында I – XI синыф уҡыусылары ҡатнашырға саҡырыла.

Ижади конкурс: «Аксаков менән һунарға һәм балыҡҡа!»Ижади конкурс: «Аксаков менән һунарға һәм балыҡҡа!»
Ижади конкурс: «Аксаков менән һунарға һәм балыҡҡа!»

Бәйгегә Сергей Аксаков әҫәрҙәре буйынса һунар итеү, балыҡ ҡармаҡлау темаһына һүрәттәр, иншалар ҡабул ителә. Шулай уҡ тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәте, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы хаҡында ла эштәр ебәрергә була.

Ижади эштәр өс йәш төркөмөндә баһаланасаҡ:

– кесе йәштәгеләр – 7-нән 9 йәшкә тиклем;

– урта йәштәгеләр – 9-ҙан 13 йәшкә тиклем;

– өлкән йәштәгеләр 14-тән 17 йәшкә тиклемгеләр.

Ғаризалар 10 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Тулыраҡ мәғлүмәтт ошо һылтанма буйынса https://vk.com/aksakovskii_musei алырға мөмкин.

Белешмәләр өсөн телефондар:

8(495)4591134, 8(495)6466719, 8(965)1479060 – Мәскәү,
89174310808 (Өфө).

 

Фото: https://vk.com/kulturarb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас