+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
25 Август 2021, 09:01

Чемпионатта киң күләмле мәҙәни саралар ҙа көтөлә

«Йәш һөнәрмәндәр» IX Милли чемпионат финалы бөгөн, 25 августа, башланып, 29 августа тамамланасаҡ. Был көндәрҙә тығыҙ ярыш программаһы менән бергә ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн киң күләмле мәҙәни саралар ҙа ойоштороласаҡ.  

Чемпионатта киң күләмле мәҙәни саралар ҙа көтөлә
Чемпионатта киң күләмле мәҙәни саралар ҙа көтөлә

Чемпионат 25 августа «Ватан» паркында тантаналы асыла. Коронавирус таралыуына бәйле сикләүҙәр арҡаһында ярышта ҡатнашыусылар, тамашасылар айырым урынлашасаҡ.

Асыу тантанаһында 10 метрҙан 300 метрға тиклем осҡан дрондар ҡатнашлығында тамаша көтөлә. Тәүге көндә байрам салюты ла буласаҡ.

26 августа Өфөлә билдәле ватандашыбыҙ, йырсы Земфира Рамазанованың тыуған көнө билдәләнәсәк. Был көндө «Ватан» паркы сәхнәһендә интерактив трибьют-шоу буласаҡ. Бында ҡаланың популяр рок-коллективтары яратҡан төркөмдәренең йырҙарын башҡарасаҡ. Земфира һәм «Чайф» төркөмөнөң композициялары яңғыраясаҡ. Киске сәғәт 8-ҙә башлана.

27 августа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистар «Ат уйнатып алдан бара» спектаклен ҡуясаҡ. Ул генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көн уңайынан күрһәтелә.

28 августа чемпионат ҡунаҡтары һәм баш ҡала халҡы «Кино төнө» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша ала. Концерт сәхнәһенең ҙур экранында киске сәғәт 5-тән төбәк мультипликаторҙарының йәнһүрәттәре, фильмдар күрһәтеләсәк.

29 августа чемпионат финалын ябыу тантанаһы үтәсәк. Был көндө еңеүселәр, призёрҙар исемлеге аталасаҡ. Киске сәғәт 7-лә башлана. Сара байрам салюты менән тамамланасаҡ.

 

#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа

 

Фото: Правительство РБ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: