+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
25 Августа 2021, 03:35

Уҡыусылар өсөн интерактив майҙансыҡтар эшләйәсәк

Баш ҡалабыҙҙа уҙған «Йәш һөнәрмәндәр» IX Милли чемпионат финалында уҡыусылар өсөн 40 интерактив майҙансыҡ try-a-skill асыласаҡ.

Уҡыусылар өсөн интерактив майҙансыҡтар эшләйәсәкУҡыусылар өсөн интерактив майҙансыҡтар эшләйәсәк
Уҡыусылар өсөн интерактив майҙансыҡтар эшләйәсәк

Һөнәр һайлау буйынса интерактив майҙансыҡтар 26 – 28 августа беренсе тапҡыр тормошҡа ашырыласаҡ. Уларҙың һәр береһе ниндәйҙер кәсепте күрһәтә. Шәхсән ҡыҙыҡһыныуҙарын, һәүәҫлектәрен иҫәпкә алып, уйындар, экскурсиялар, тестар ярҙамында уҡыусыларға үҙҙәренең эшен һайларға ярҙам итәсәк. Чемпионат майҙансығында робот менән идара итергә лә, тәүге ярҙам ҡулын һуҙырға, иретеп йәбештереү эшенә өйрәнергә лә, электросхема йыйып, 3D форматта сығарырға ла мөмкин буласаҡ.

Try-a-skill зонаһы – ул 25 перспективалы компетенция, 50-нән ашыу сертификатлы белгес, 25 һөнәри һынау, уҡыу йорттарының күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре форматында 3D әүҙемлек.

 

#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа

 

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас