+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
25 Август 2021, 15:19

WorldSkills чемпионатының Башҡортостан өсөн ниндәй файҙаһы бар?

Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса, бөгөн, 25 августа, Өфө ҡалаһында «Йәш һөнәрмәндәр» IX Милли чемпионат финалы асыла. Был киң күләмле ярыштың Башҡортостан өсөн ниндәй файҙаһы бар, тиһегеҙме?

WorldSkills чемпионатының Башҡортостан өсөн ниндәй файҙаһы бар?
WorldSkills чемпионатының Башҡортостан өсөн ниндәй файҙаһы бар?

Беренсенән, федераль аҡсаға һатып алынған ҡоролмалар һөнәри уҡыу йорттарына ҡалдырыласаҡ. Юғары технологиялы техникалар барыһы 750 миллиондан ашыу тора. Улар – иретеп йәбештереү ҡоролмаһы, кухня өсөн йыһаздар, теген машиналары, медицина колледжы өсөн электрокардиографтар, пилотһыҙ осоу системаһы һәм инновацион төргәк производстволары. Ҡоролмаларҙан тыш, шәп тренажёрҙар ҙа күп. Мәҫәлән, «бесәй» тренажёры йәш ветеринарҙарҙы бесәйҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарырға өйрәтәсәк. Һанап ҡарауҙарынса, чемпионаттан һуң колледж, техникумдарҙың матди-техник нигеҙе 70 проценттан ашыуға яңырасаҡ.

Икенсенән, хеҙмәт кешеһенең баһаһы күтәрелә. Бындай чемпионаттарҙың үткәрелеүе, иҡтисадсы һәм юристарҙан тыш, күп мауыҡтырғыс һәм талап ителгән һөнәрҙәрҙең барлығы хаҡында белергә ярҙам итә.

Өсөнсөнән, мәктәп уҡыусыларына һөнәр һайларға булышлыҡ итә. Ҡыҙҙар һәм егеттәр интерактив майҙансыҡтарға килеп, үҙҙәрен төрлө һөнәрҙәрҙә һынап ҡарай ала. Былар бигерәк тә V – XI синыфтар өсөн бик һәйбәт. Етмәһә, барыһы ла бушлай.

Дүртенсенән, студенттар чемпионатта оҫталығын һәйбәт күрһәтеп, премияға ла лайыҡ була ала. Унан тыш, мәртәбәле сарала ҡатнашыу эшкә урынлашҡанда ла ярҙам итә.

Бишенсенән, ҡатнашыусылар тиҫтерҙәренән тәжрибә туплай.

Алтынсынан, ҡала халҡы өсөн мауыҡтырғыс программа әҙерләнгән. Уларҙың күбеһе «Ватан» паркында үтәсәк.

Етенсенән, Өфө ҡалаһы тағы ла үҙен төрлө яҡлап күрһәтәсәк.

 

#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: