+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
26 Август 2021, 17:22

Чемпионат һөнәр һайларға ла ярҙам итә

Полицейский, визажист, буяусы, кирбес һалыусы, мобиль ҡушымталар эшләүсе, визуаль мерчендайзер, электрослесарь, иретеп йәбештереүсе, ветеринар... Ниндәй генә һөнәрҙәр юҡ бында! Уҡыусылар күңеленә оҡшағанын һайлап, үҙҙәрен һынап ҡарай ала.

Чемпионат һөнәр һайларға ла ярҙам итә
Чемпионат һөнәр һайларға ла ярҙам итә

Баш ҡалабыҙҙа уҙған «Йәш һөнәрмәндәр» IX Милли чемпионат финалында мәктәп уҡыусылары өсөн 40 интерактив майҙансыҡ try-a-skill эшләй. Бында мәктәп уҡыусылары, ҡунаҡтар өсөн экскурсиялар ойошторола. Экскурсовод яңы заман технологиялары, ҡоролмалар хаҡында мәғлүмәт бирә, һөнәрҙәр хаҡында һөйләй.

– Бында төрлө һөнәрҙәр тәҡдим ителә. Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн бигерәк тә һәйбәт. Миңә ветеринария микроскоптарҙа айырыуса оҡшаны, – ти Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан килеүсе Юлиә Усманова.

Ә Әлшәй районы Никафар, Нуриман районы Иҫке Күл, Белорет районы Инйәрҙәге 1-се мәктәптән килеүсе уҡыусылар ҙа етәкселәре менән бергә күп файҙалы мәғлүмәт туплап, төрлө һөнәрҙәрҙә үҙҙәрен һынап ҡараны.

 

 

#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: