-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
26 Август 2021, 08:46

Рәсәй Президенты ҡатнашыусыларҙы сәләмләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров адресына «Йәш һөнәрмәндәр» IX Милли чемпионат финалы ҡатнашыусыларына һәм ҡунаҡтарға сәләмләү телеграммаһы ебәрҙе.

Рәсәй Президенты ҡатнашыусыларҙы сәләмләне
Рәсәй Президенты ҡатнашыусыларҙы сәләмләне

– Көсөргәнешле ярышта башлап тороусы белгестәр оҫталыҡтарын һәм күнекмәләрен, ғәҙәти булмаған ижади потенциалдарын тулыһынса күрһәтә алыр, тип ышанам. Һәм, әлбиттә, бындай форумдар үҙ-үҙеңде асыу, тупланған тәжрибә һәм белемең менән уртаҡлашыу, дуҫтарса, формаль булмаған аралашыу мөмкинлеге бирә. Айырым йылы рәхмәт һүҙҙәре – уңышҡа ҡаҙанырға, үҙ эшегеҙҙә иң яҡшыһы булырға ярҙам иткән һеҙҙең остаздарығыҙға, тренерҙарығыҙға. Билдәләнгән пландарығыҙ тормошҡа ашыуын теләйем, – тиелә сәләмләү һүҙендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йәш һөнәрмәндәр» IX Милли чемпионат финалы 25 августа асылды. Мәртәбәле сара 29 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Оҫталыҡ ярыштары 105 һөнәри компетенция буйынса үтә, Рәсәйҙең 76 төбәгенән уҡыусылар һәм студенттар көстәрен һынай.

 

 

#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: