+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
26 Август 2021, 16:22

Ярыштарҙы тура эфирҙан да күҙәтергә була

Баш ҡалабыҙҙа «Йәш һөнәрмәндәр» IX Милли чемпионат финалы ярыштары бөгөн, 26 августа, старт алды.

Ярыштарҙы тура эфирҙан да күҙәтергә була
Ярыштарҙы тура эфирҙан да күҙәтергә була

25 августа республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө амфитеатрында мәртәбәле сараны асып ебәргәйне, Рәсәй Президенты Владимир Путин, илдең Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

WorldSkills стандарттары буйынса һөнәри оҫталыҡ ярыштары төрлө майҙансыҡтарҙа бара. Уларҙың үткәнен һәм бүләкләү тантанаһын барлыҡ теләүселәр чемпионаттың социаль селтәрҙәрендә һәм YouTube каналында күҙәтә ала:

www.youtube.com/channel/UCzEO4qzvWFoyYXR1NCsUSEA

www.facebook.com/worldskills.ru/

vk.com/worldskills_russia

Эшлекле программа менән ошо сайтта танышырға мөмкин.

Ябыу тантанаһын 29 августа тура эфирҙан Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалы күрһәтәсәк.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: